Республикала йәшенле ямғырҙар һәм томан көтөлә
Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, киләһе тәүлектә Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында һауа торошо боҙола.
🔖 Төндә һауа температураһы +2...+7°, көндөҙ +15...+20° була. Ел урыны менән секундына 14 метрға етеүе ихтимал. Иртән һәм төнөн юлдарҙа томан төшөп, күреү мөмкинлеге насарая.
✅ Водителдәр өсөн мөһим:
Юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында ямғыр һәм төнгө/иртәнге томан арҡаһында күреү мөмкинлеге 500-1000 метрға тиклем кәмей, иғтибарлы булығыҙ!
🛑 Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:
• Йәшен ваҡытында өйҙән сыҡмағыҙ;
• Тәҙрә, ишек һәм мөрйәләрҙе ябығыҙ, өйҙә үтәнән-үтә һуҡҡан ел -"сквозняк" булмауын ҡайғыртығыҙ;
• Мейес яҡмағыҙ һәм электр приборҙарын розетканан һурығыҙ;
• Руль артында булһағыҙ: тиҙлекте кәметегеҙ, алда барған машинаға тиклем арауыҡты ҙурайтығыҙ, ҡапыл маневрҙар яһауҙан һәм уҙып китеүҙән тыйылығыҙ.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ ❗️