🎵Үҙе китте, йыры ҡалды...
Шундай йырҙар бар,яҙылыуына күпме йылдар үтһә лә,улар халыҡ күңелендә йәшәй. “Йәнбикә” йырының тарихы бик үҙенсәлекле. Ул “Йәнбикә” тип исемләнгән драма өсөн махсус ижад ителә. Шамил Ҡолбарисов көйөнә, Рафаэль Сафин һүҙҙәренә яҙылған йырҙы Рамаҙан Йәнбәков йырлай.
Уның яҙмаһы спектакль барышында фон һәм лейтмотив булараҡ ҡулланыла.
Үҙенең иҫтәлектәрендә Рамаҙан Йәнбәков спектаклде Рафаэль Сафин менән 2 тапҡыр барып ҡарауы хаҡында бәйән итә.
"Үҙе китте, йыры ҡалды..." рубрикаһында ошо мәлде яһалма зиһен ярҙамында йәнләндерҙек.
Оҡшаймы һеҙгә?