Радий Хәбиров оперативкаһы: шәмбе өмәһе, юлдар ремонты һәм башҡа мөһим хәбәрҙәр
🏥 «Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» акцияһы башланды.
Табиптар, райондарға сығып, халыҡтың һаулығын тикшерә. Был акция ете йыл дауам итә һәм ошо ваҡыт эсендә «Сәләмәтлек поездары» 820 мең кешене ҡабул иткән.
🌳 Радий Хәбиров, ҡалалар хәҙерге заман талаптарынан ҡалышмаҫҡа тейеш, тип иҫәпләй.
Урамдарҙа ҙур ағастар ултыртырға, күркәм скверҙар булдырырға кәрәк. Бөгөн был да көнкүреш уңайлылығы өсөн мөһим талаптарҙың береһе. Акция барышында республикала бөтәһе 4,5 мең төп ағас, 62 мең ҡыуаҡ ултыртырға йыйыналар.
👷 Студент отрядтары вәкилдәрен эшкә йәлеп иткәндә, предприятие етәкселәре страховка иғәнәләрен түләүҙән азат ителә ала.
🧹 18 апрелдә Башҡортостанда шәмбе өмәһе була.
Радий Хәбиров муниципалитет һәм предприятие етәкселәренә йәшәгән урындарҙы, прарктарҙы таҙартыуҙа кешеләрҙең әүҙем ҡатнашыуын тәьмин итергә һәм хеҙмәткәрҙәрҙе эштән ике сәғәткә иртәрәк ебәрергә ҡушты.
🚛 Башҡортостан Башлығы федераль трассаларҙы аҙна аҙағына тиклем сүп-сарҙан таҙартып бөтөргә ҡушты.
🛻 Яр-Бишҡаҙаҡ ауылы яғынан Торатау итәгенә юлды ремонтлауға 50 миллион һум бүленә.
👷 Өфөлә Пугачев урамын төҙөкләндереүҙе быйыл тамамларға ниәтләнәләр.
🚛 Башҡортостанда бөгөнгө көнгә 18 асфальт-бетон заводы эшләй башланы.
Юлдарҙың 61 процентын ҡарап сыҡҡандар, уларҙа 26 меңгә яҡын етешһеҙлек асыҡланған. Соҡорҙарҙың яртыһы ямалған да инде.
🚜 Баҡса ширҡәттәренә инеү юлдарын ремонтлауға быйыл 150 миллион һум бүленде.
Өфө һәм Нефтекаманан тыш, тағы ла алты районда СНТ-ға юлдар тәртипкә килтереләсәк.
🛟 Яҙғы ташҡын быйыл быйыл тыныс үтә: торлаҡ йорттарҙы һыу баҫмаған, йылғаларҙа һыу ҡайта башлаған.
🐕 Радий Хәбиров Өфөлә йортһоҙ хайуандар өсөн приют асырға ҡушты.
🏆 Башҡортостан уҡыусылары — Рәсәйҙә иң яҡшылар иҫәбендә.
Өс уҡыусы — экология буйынса Рәсәй олимпиадаһы призерҙары, тағы ла бишәүһе — йәмғиәтте өйрәнеү буйынса алдынғылар иҫәбендә.
🤝 Радий Хәбиров Дағстанда һыу баҫыуҙан зыян күргәндәргә ярҙам ойошторорға ҡушты.
«Курск һәм Белгород халҡына ярҙам иткән кеүек, бында ла ситтә ҡалырға ярамай», — тине Радий Хәбиров.
📖Радий Хәбировҡа шәжәрә бүләк иткәндәр. Ул 1770 йылдарға барып тоташа. Элегерәк һәр ғаиләлә 7-12 бала булған, беҙгә лә шуға өлгәшергә ине", — тине республика етәксеһе.