Башҡортостан мәктәптәренә яһалма зиһен килә
Өфөлә уҙған VIII «Ҡанатлан!» («Взлетай!») мәғариф форумының пленар ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың мәктәп белем биреү системаһына яһалма зиһен (ИИ) технологияларын индереү буйынса комплекслы эш башланыуы тураһында белдерҙе. 💻📚
Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, Башҡортостандың был өлкәлә үҙ эҙләнеүҙәре бар һәм уларҙы артабан киңерәк ҡулланыу өсөн тәҡдим итергә әҙербеҙ.
📌 Төп маҡсат нимәлә?
Радий Хәбиров һыҙыҡ өҫтөнә алыуынса, мәғарифта яһалма зиһенде ҡулланыу — уҡытыу сифатын күтәрергә һәм уҡыу процесын һәр уҡыусыға ҡулайлаштырырға мөмкинлек бирәсәк стратегик мөһим йүнәлеш.
❗️ Иң мөһиме: яңы технологиялар уҡытыусыларҙы алмаштырмаясаҡ, киреһенсә, уларға ҙур ярҙамсы ғына була.
Был инициативаны Башҡортостандан сенатор, Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова ла хупланы. Ул һанлы ҡоралдар күпме генә үҫешһә лә, балаларға белем һәм тәрбиә биреүҙә төп ролдә УҠЫТЫУСЫ ҡалырға тейешлеген билдәләне. 🎓