«Атайсал» фильмының трейлеры сыҡты!
«Хәйбулла» фильмының режиссеры Рөстәм Шәйхетдиновтың сираттағы таҫмаһы — «Атайсал» тиҙҙән прокатҡа сыға. Ул нимә хаҡында?
Юлай — уңышлы менеджер булып эшләй, ул атаһының фермаһын һатыр өсөн тыуған ауылына ҡайта. Бында уны аттар өйөрө өсөн көрәш, «Башҡорт аты фестивалендә ҡатнашыу, өс үҫмер-егет менән танышыу һәм уларға остаз булыу көтә.
«Атайсал» фильмы әле фестиваль буйлап юлын башлай, ә киң тамашасыға уны быйыл көҙ сығарасаҡтар, тиелгән фильмдың «VK» селтәрендәге төркөмөндә.