Халыҡ - ара диктант...
Шаран ерендә ошо рухи байрамда ҡатнашып ҡайттыҡ.
..."Юлдаш" радиоһының "Журналист - ирекмәндәр" төркөмө менән таң һарыһынан юлға сыҡтыҡ. Беҙ барыуға тирмәләр ҡоролған ине . Тирә - яғында төрлө милләт кейемендәге халыҡ гөж килә, күргәҙмәләргә күҙ һала. Мәҙәниәт йорто эсендә лә ихласлыҡ, матурлыҡ тантана итә! Башҡорт, татар, урыҫ, сыуаш телдәрендә аралашыуҙар яңғырай! Шаранға, йәғни бөгөнгө бәхет биләмәһенә, абруй , йәм өҫтәп, Каринэ Хәбирова килеп төшә. Халыҡты рухландырыр дәрәжәле һүҙен әйтә. Артынса " Илһам" вокаль ансамбле солистары өс телдә йыр башҡара, стилле башҡорт кейемдәре кейгән һомғол ҡыҙҙар һоҡландыра. Матурлыҡ алиһәләре , тиерһең!!! Күңелдәргә бәхет өҫтәр минут- сәғәттәр бының менән генә бөтмәй. Диктант яҙыу процесы көтә! Был - ҙур шатлыҡ. Аудитория ниндәй бит! Урындағы халыҡ йыйылған, башҡа тарафтарҙан килгәндәр ҙә бар. Диктант яҙҙырыуҙы миңә йөкмәттеләр. Сирек быуаттан ашыу йәш быуынды уҡытҡан саҡтар иҫкә төштө. Ғәзиз телебеҙгә иғтибар һәм ихтирам өсөн рәхмәт, Шаран етәкселәре!
Әйткәндәй, был районда нәфис һүҙгә, шиғриәткә мөкиббәндәр. Фирҙәт Вәлиев ижады менән мин байтаҡтан таныш инем. Бөгөн үҙен күреү бәхете тейҙе. Һөнәре буйынса ул - физик- математик, ә шиғырҙары йырлап тора! Күрәһең, был ағай физик ҡына түгел, лирик та.
Гүзәл заттар ҙа ҡәләм тирбәтә. Замананың берсә көйҙөргөс , берсә һөйҙөргөс яҡтары улар йөрәге аша үтә.
Беҙҙең урамда байрамдар тағы ла булыр, тип яҡшыға ғына өмөт итеп таралашты барса халыҡ.
Әнисә Муллағолова.