Хәйбуллалар Һаҡмар буйын таҙартты!
Яҙғы таҙалыҡ эштәре Башҡортостан буйлап дауам итә. Күркәм башланғыстарҙың береһе Хәйбулла районында уҙҙы. «Ирҙәр ҡоро» ойошмаһының Хәйбулла бүлексәһе башланғысы менән атайҙар һәм уларҙың улдары экологик акцияға ҡушылып, Һаҡмар йылғаһының ярҙарын сүп-сарҙан таҙартты.
Был изге эшкә Йәнтеш ауылы халҡы һәм әүҙем ирекмәндәр ҙә ихлас ҡушылды.
Өмәлә ҡатнашыусылар 4 саҡрымдан ашыу йылға буйын тәртипкә килтерҙе. Иҫәпһеҙ-һанһыҙ тоҡтарға тултырылған сүп-сарҙы сығарыуҙа Атингән ауыл биләмәһе хакимиәте үҙенең тракторы менән ярҙам итте. Бына бит, бергәләп ниндәй эштәр башҡарып була!
Шуның менән генә сикләнмәй, ҡатнашыусылар ҡарағай үҫентеләрен ултыртыу, арҡан ишеү һәм уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә лә ҡатнашты. Был сара атайҙар менән улдар араһындағы бәйләнеште нығытыуға ла, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүгә лә ҙур өлөш индерҙе.
✨Һеҙҙең яҡта өмәләр үттеме? Ниндәй эштәр башҡарҙығыҙ? Комментарийҙарҙа яҙығыҙ, фотоһүрәттәр менән бүлешегеҙ. ↩️