Ҡалтасылар яугирҙарға мунса ебәргән.
Был турала "Башҡорт батальоны" төркөмө хәбәр итә. Был изге эш өсөн халыҡ 270 мең һумдан ашыу аҡса йыйған! Подрядсы мунсаны тәғәйен урынға еткергән. Махсус хәрби операциялағы яугир яҡташтарыбыҙ һәр кемгә сикһеҙ рәхмәтен белдерә.