Радий Хәбиров оперативкаһынан иң мөһим яңылыҡтар 🔹Башҡортостандан алты уҡыусы география буйынса Өфөлә үткән Бөтә Рәсәй
🔹Башҡортостандан алты уҡыусы география буйынса Өфөлә үткән Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеүсе тип табылды.
🏒 «Ағиҙел» командаһы Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы кубогында еңеү яуланы. Радий Хәбиров команданың тренерҙарын Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне, ә уйынсыларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Хоккейсы ҡыҙҙар, яуап итеп, республика Башлығына алтын миҙал һәм сәкән бүләк иттеләр.
🩸Башҡортостан ҡан анализаторҙары өсөн үҙенсәлекле эритроциттар етештерә. Был йүнәлеш буйынса республика — Рәсәйҙә берҙән-бер регион. Республикала шулай уҡ һөйәк мейеһе донорлығын үҫтереү дауам итә.
🩺 «Сәләмәтлек поездары» кеше ғүмерҙәрен ҡотҡара. Беренсе аҙнала уҡ врачтар 12 пациентта яман шеш асыҡлаған һәм барыһын да өҫтәмә тикшеренеүгә ебәргән.
💪 МХО-нан ҡайтҡан яугирҙарҙың 75 проценты эшкә урынлашҡан. Йыл аҙағына тиклем хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү үҙәктәре һәр районда асыласаҡ.
🌿 25 апрелдә республикала шәмбе өмәһе үткәрелә. Радий Хәбиров уны юғары кимәлдә ойошторорға ҡушты.
🕊 «Үлемһеҙ полк» быйыл онлайн-форматта уҙасаҡ. Парадҡа әҙерлек бара, әммә уның булмауы ла ихтимал. «Барыһын да күҙ уңында тотабыҙ», — тине Радий Хәбиров.
🔥Пилотһыҙ осоусы аппараттарға бик етди ҡараш булырға тейеш. Республика етәксеһе Стәрлетамаҡта һәләк булған водителдең ғаиләһенә ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе һәм туғандарына ярҙам итергә, шулай уҡ бөтә түләүҙәрҙе контролдә тоторға ҡушты.
🚮 Радий Хәбиров Өфөләге сүп-сар коллапсы арҡаһындағы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә ҡушты. Әгәр «САХ» ойошмаһы тәртип урынлаштырмаһа, уның менән хушлашасаҡтар.