«Ҡышҡы романс» фестивале: яңы йондоҙҙар ҡабыҙҙы
Бөгөн "Башҡортостан" дәүләт концерт залында легендар композитор Рим Хәсәнов исемендәге “Ҡышҡы романс” төбәк-ара фестивале үтте.
"Ҡышҡы романс" — ул ябай фестиваль түгел, ә ысын сәнғәт байрамы. Унда яңы исемдәр асыла, һәр кемдең күңеленә үтеп инерлек мәңгелек йырҙарҙы йәштәр башҡара.
Рим Хәсәновтың исеме республикала ғына түгел, тотош Рәсәйҙә киң билдәле. Ул — йөҙҙәрсә романс, симфоник, театр, камера-инструменталь һәм хор әҫәрҙәре авторы. Уның музыкаһы театрҙа, радиола, телевидениела һәм кинола яңғырай. Уның йырҙары – мәңгелек һәм быуындан-быуынға күсәсәк хазина.
Ошондай фестивалдәр йәш таланттарға үҫергә, үҙҙәрен күрһәтергә мөмкинлек бирә, Рим Хәсәнов кеүек легендар шәхестәрҙең мираҫын һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итә.
Был проект Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Тулыраҡ ➡️ видеояҙмала.