Штурмовик «Шах»: доға ярҙамы менән генә иҫән ҡалдым
19 ғүмерҙе ҡотҡарған "Шах" позывнойлы Бөрйән егете "Башинформ" мәғлүмәт агентлығына биргән интервьюһында шулай ти.
Штурмовик "Шах" позывнойлы ҡаһарман бөтә илгә данланды — күптән түгел уның хаҡында RТ хәрби хәбәрселәре сюжет төшөрҙө. Ҡорос ихтыярлы был һалдат алғы һыҙыҡта 19 кешенең ғүмерен ҡотҡара, ҡаты яралана, әммә үҙ хеҙмәтенә тоғро ҡала.
"Шах" яуға бер туған ағаһы Искәндәр менән алына. Улар Бөрйән районының Тимер ауылынан. Тәүҙә ул ағаһы менән төрлө йүнәлештә хеҙмәт иткән, әммә 2024 йылда егеттәр «Бүреләр» разведка-штурмлау бригадаһы менән килешәү төҙөй. Улар бер нисә тапҡыр ҡот осҡос хәлгә тарый, әммә һәр саҡ бер-береһенә ярҙамлашып ауырлыҡтарҙы йырып сыға.
Соледар янында бер заданиела үлем менән күҙгә-күҙ осрашырға тура килә уларға. Ағаһы Искәндәрҙе яуҙа юғалта. "Шах" ағаһының кәүҙәһен йәшерә лә, яраланғандарға ярҙамға ашыға. Урман һыҙатында дошмандарҙың эвакуация арбаһын табып ала һәм шуның менән яу яланынан 15 яралыны сығарыуға өлгәшә. Ағаһы артынан киләһе көнгә генә бара ала. Уның кәүҙәһен «Моряк» менән ике көн буйы сығаралар. Яугир һөйләүенсә, йәмғеһе алғы һыҙыҡта ул 19 яугирҙың ғүмерен ҡотҡарыуға өлгәшкән. Ике ай госпиталдә дауаланғандан һуң тағы ҡулына ҡорал ала.
"Шах"тың һүҙҙәренсә, алғы һыҙыҡта тормошҡа ҡараш тиҙ үҙгәрә. "Алғы һыҙыҡта доға ҡыла башланым. Һуғышҡа тиклем уларҙы белмәй ҙә, көсөнә ышанмай ҙа инем. Доға ярҙамы менән генә иҫән ҡалдым", — ти ул.