Башҡортостандан 3 ғаилә Владимир Путин Указы менән юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булды.
Белорет ҡалаһынан Сергей һәм Олеся Елисеевтар, Миәкә районынан Гөлнара һәм Факил Фәтхуллиндар — «Ата-әсә даны» ордены, Өфөнән Александр һәм Наталья Самойловтар — «Ата-әсә даны» ордены миҙалы менән бүләкләнде.Был турала республика башлығы Радий Хәбиров белдерә.
Гөлнара менән Факил Фәтхуллиндар 7 бала тәрбиәләп үҫтергән. Уларҙың өсөһө медицина өлкәһен һайлаған. Өлкән балалары үҙ ғаиләләрен ҡорған, 3 кесеһе колледж студенттары. Өлгөлө ғаиләлә атай-әсәй балаларҙа хеҙмәт һөйөүсәнлек, яуаплылыҡ һәм ололарға ихтирам кеүек яҡшы сифаттар тәрбиәләгән.
Сергей һәм Олеся Елисеевтар бергә 24 йыл йәшәй, уларҙың 8 балаһы бар. Өлкән улдары Роман Стратегик ракета ғәскәрҙәре хәрби академияһы курсанты, киләсәктә профессиональ хәрби булырға хыяллана. Елисеевтар төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
Самойловтар – спорт һөйөүсе ғаилә. Александр Владимир улы — байдаркала ишкәк ишеү буйынса спорт мастеры, Башҡортостан йыйылма командаһы составында Рәсәй чемпионаты һәм Кубогында еңеүсе. Наталья Самойлова йөҙөү буйынса беренсе разрядҡа эйә, Башҡортостан чемпионы. Уларҙың биш балаһы ла спортты үҙ итә.
Республикабыҙҙа «Ата-әсә даны» ордены менән 17 ғаилә, ә орден миҙалы менән 33 ғаилә бүләкләнгән. Башҡортостанда 11 герой әсә бар. 72 ғаилә «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалына, 9 600 ҡатын «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булған.