Иҫкә алайыҡ Бөгөн Рәсәй һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Өфөнөң Почетлы гражданы Фидан Ғафаровтың арабыҙҙан китеүенә 1
Бөгөн Рәсәй һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Өфөнөң Почетлы гражданы Фидан Ғафаровтың арабыҙҙан китеүенә 1 йыл.
Нимә ул һеҙҙең өсөн театр?" тигән һорауға Фидан Ғафаровтың яуабы берәү генә: "Театр — ул минең тормошом..."
"Театрҙа эшләү өсөн ҡайнар йөрәк, һайлаған һөнәргә тоғролоҡ һәм тормошто яратыу кәрәк", — ти Фидан Сафа улы бер интервьюһында.
Профессиональ театр сәнғәтенә алтмыш йыл хеҙмәт иткән Фидан Сафа улының уйнаған ролдәре бик күп. "Бәхет хаҡы" спектакле генә 198-сы тапҡыр уйналды.
Йәштәр ата-әсәләренең яратҡан артисы Фидан Ғафаровты үҙҙәренеке иҫәпләй һәм театрға «Фиданға» тип килә, ә йәш йырсылар данлы сәхнә оҫтаһының йырҙарын үҙ репертуарҙарына ала. Ошо популярлыҡтың сере, моғайын, артистың күңел байлығында, тормошто яратыуында һәм сәхнәгә тоғролоғондалыр.
Мәрәһим йырындағыса («Яҙмыштарҙан уҙмыш бар», М.Кәрим), яҙмышын уҙырға тырышмаһа ла, яҙмышына яҙғанынан бәхетле артист ул.