🎉 Яратҡан йырсыбыҙ Рөстәм Ғиззәтуллин йәнә атай булды!
Билдәле йырсының ҡыҙы тыуған. Был шатлыҡлы хәбәр менән ул үҙенең социаль селтәрҙәрендә уртаҡлаша:
💬 «Минең тормошомда барыһын да баштан-аяҡ түңкәргән хәл булды. Мин яратҡан ҡатын әсәй булды. Беҙҙең ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Беләм, кем өсөндөр был яңылыҡ көтөлмәгән, хатта шокка һала торғандыр. Тормош һәр ваҡыт ғәҙәти сценарий буйынса ғына бармай. Әммә уның көсө тап ошонда – көтмәгәндә яңы мәғәнә биреү.
Иң мөһим һүҙҙәрҙе әйткем килә. Һөйгәнем, ҙур рәхмәт һиңә. ❤️ Ҡыйыулығың, сабырлығың, миңә бүләк иткән бәләкәй ғүмер өсөн. Һин күп нәмә аша үттең – һәм мин быны теләһә ниндәй һүҙҙәргә ҡарағанда юғарыраҡ баһалайым. Бөгөн мин тағы атай булдым. Тағы ла көслөрәк, яуаплыраҡмын. Тормош дауам итә. Һәм хәҙер ул ҡиммәтлерәк булды...» 🙏
Йырсыны ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, бәләкәскә ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер, ә атай-әсәйгә сабырлыҡ һәм һөйөү теләйбеҙ!