Стәрлетамаҡ районындағы ғаиләлә унынсы бала тыуған!
Ғаилә ишәйеүе — ул ҙур бәхет. Стәрлетамаҡ районының Уҫылыбаш ауылында йәшәгән Светлана һәм Александр Андреевтар ғаиләһендә тап шундай ҙур шатлыҡ — улар унынсы тапҡыр ата-әсә булды.
❤️Яңы тыуған сабыйға Илья тигән матур исем һайлаған. Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Владимир Спеле хәбәр итеүенсә, бәләкәсте өйҙә өҙөлөп көткән туғандары бик күп. Ильяның Юлия һәм Надежда исемле апайҙары, шулай уҡ Алексей, Никита, Даниил, Матфей, Тимофей, Владимир һәм Мирон тигән ағайҙары бар. Ысын мәғәнәһендә бай, бәхетле ғаилә! ✨
📜 Күп балалы ата-әсәгә тантаналы шарттарҙа сабыйҙың тәүге шатлыҡлы ваҡиға менән ғаиләне Стәрлетамаҡ районы ЗАГС бүлеге белгестәре ҡотланы.
💐 Андреевтар ғаиләһен оло ҡыуаныстары менән ихлас ҡотлайбыҙ! Илюшаға һәм уның ағай-апайҙарына ныҡлы һаулыҡ, яҡты киләсәк, ә Светлана менән Александрға сабырлыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ! Афариндар! 👏