📚Яратҡан яҙыусыларыбыҙҙың аҡыллы фекерҙәре менән бүлешәйек.
#ВдохновляйКитапБайрам2026 интернет-марафоны иғлан ителде. Уны социаль селтәрҙә Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов хәбәр итте.
📖 Китаптар – ул аҡыл хазинаһы, ә яҙыусылар – был хазинаны беҙгә асҡан оҫталар. Уларҙың һәр һүҙе, фекере йыш ҡына уйланырға, яңы асыштар яһарға этәргес бирә.
Һеҙҙең яратҡан яҙыусығыҙҙың ниндәй фекере йә цитатаһы күңелегеҙгә айырыуса яҡын? Бәлки, ул тормошҡа ҡарашығыҙҙы үҙгәрткәндер?
📍Әйткәндәй, IV Халыҡ-ара "Китап-Байрам" китап йәрминкәһенә 1 ай ваҡыт ҡалды. Быйыл йәрминкә Башҡортостандың барлыҡ райондарында ла уҙа. Төп саралар 28-30 майҙа Өфө ҡалаһының Совет майҙанында үтә.
Ошо уңайҙан иғлан ителгән #ВдохновляйКитапБайрам2026 интернет-марафонда ҡатнашайыҡ.
🛑Программа ураһында тулыраҡ мәғлүмәт – "Китап-Байрам"дың рәсми сайтында: kitap-bayram.ru/
Фәнүр Рәфис улы марафонды Мостай Кәримдең "Ҡайын япрағы тураһында" шиғырынан өҙөк менән башлап ебәрҙе.
"Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылында был юлдар ошо ерҙә йәшәгән һәр кем араһындағы дуҫлыҡ һәм берҙәмлек идеяһын шиғри сағылышы булып тора. Бергәләп беҙ көслө һәм берҙәм Рәсәйҙе булдырабыҙ!" - тине ул.
#КитапБайрам
#ВдохновляйКитапБайрам2026
#ЛитературныйФлагманРоссии