Өфөнән Белоретҡа яңы заманса электропоезда — «Финист»
Бөгөн Өфөнән тәүге рейсҡа ике системаға яраҡлашҡан яңы ЭС105 «Финист» электропоезы сыҡты. Ул «Башҡортостандың Көнсығыш радиусы» маршруты буйынса Өфө — Айғыо — Белорет йүнәлешендә йөрөй.
Тантаналы сарала Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова, Куйбышев тимер юлы етәксеһе Вячеслав Дмитриев, шулай уҡ РЖД вәкилдәре ҡатнашты.
Министр Любовь Минакова быны республика халҡы өсөн мөһим ваҡиға тип билдәләне һәм тимер юл транспорты үҫешенә булышлыҡ иткән өсөн Радий Хәбировка рәхмәтен белдерҙе.
Тәүге пассажир — Кирилл Осипов — махсус диплом һәм «Айғыр» тау экспресы брендынан иҫтәлекле бүләк алды.
«Финист» өҫтөнлөктәре күп:
* Ваҡытты 35 минутҡа ҡыҫҡартып, юлда тиҙерәк йөрөй
* Замана ултырғыстар, USB-розеткалар, кондиционер, һауа санитария системаһы
* Мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн уңайлылыҡтар: күтәргес, өҫтәмә урындар
* Велосипед, саңғы, сноуборд өсөн бүлектәр бар.
Проект Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡарары, стратегик транспорт программалары сиктәрендә тормошҡа ашырылды.
Видеола: юлда осраған иҫтәлекле объекттар, тәбиғәт ҡомартҡылары менән таныштырыу ҡаралған.