Нуриман районында «Геройҙар урманы» булдырылды
Нуриман районы Байгилде ауылы янында «Хәтер баҡсаһы» акцияһы үтте. Яҡынса 2 гектар майҙанда «Геройҙар урманы» булдырылды. Махсус хәрби операция яугирҙәре хөрмәтенә 8 меңдән ашыу ҡарағай, йүкә һәм имән үҫентеләре ултырттылар.
Изге акцияла төбәк хөкүмәте ағзалары, муниципалитет етәкселеге һәм район халҡы ихлас ҡатнашты.
«Һәр ултыртылған ағас — батырлыҡ символы. Урман үҫһен, хәтер йәшәһен өсөн эшләйбеҙ», — тине акцияла ҡатнашыусы республиканың Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.
«Беҙ урман фондын ғына тергеҙмәйбеҙ, беҙ тере мираҫ булдырабыҙ. Был “Геройҙар урманы” тыныс күк аҫтында үҫһен, Ватаныбыҙ улдарының бөйөк батырлыҡтарын йылдар буйы һаҡлап торһон», — тип билдәләне Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.
Акция «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проектына ярашлы үтә. Быйыл ул махсус хәрби операция ҡатнашыусыларының хәтерен мәңгелләштереүгә йүнәлтелгән.