Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Борисович Толкачев вафат.
Ҡайғылы хәбәрҙе бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров еткерҙе. Һуңғы көндәрҙә Константин Борисович Мәскәүҙә дауаланды.
"Константин Борисович вафат булды. Ул һуңғы йылдарҙа ауыр сир менән көрәште. Үҙен ысын офицер, генерал кеүек ҡыйыу тотто... Бер ҡасан да зарланманы. Ваҡыты-ваҡыты менән дауаланырға китеп торҙо. Беҙгә, әлбибиттә, был ауыр. Беҙҙең идара командаһында уның тураһында йылы һүҙ әйтмәгән кеше юҡтыр. Оло юғалтыу", – тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Константин Толкачев 1953 йылдың 1 мартында Кемерово өлкәһендә тыуған. Ул Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юрисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы исемдәренә лайыҡ булған шәхес. Почет ордены, «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн», Салауат Юлаев ордендары менән бүләкләнгән. Отставкалағы эске хеҙмәт генерал-майоры дәрәжәһенә эйә.
Уның хеҙмәт юлы бай һәм маҡтаулы булды:
▫️1970 йылда Кузнецк металлургия комбинатында иретеп йәбештереүсе ярҙамсыһы булып эш башлаған.
▫️1971–1973 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт иткән.
▫️1977–1996 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы системаһында етәксе вазифаларҙа эшләгән.
▫️1996–1999 йылдарҙа – Рәсәй Эске эштәр министрлығы Өфө юридик институты начальнигы.
▫️1999 йылдан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 2-се саҡырылыш депутаты.
▫️2003–2008 йылдарҙа – 3-сө саҡырылыш Рәйесе.
▫️2008 йылдан – 4-се саҡырылыштан алып Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың даими рәйесе булып хеҙмәт итте.
"Юлдаш" радиоһы мәрхүмдең яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.