Дәүләт ярҙамы һәм берҙәмлек — ауылдың матур киләсәге
Беҙҙең республикала халыҡты социаль яҡлауға: күп балалы ғаиләләргә, оло йәштәгеләргә һәм ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүленә. Дәүләт ярҙамы ул – ауылда йәшәү шарттарын яҡшыртыу һәм матур тормош нигеҙе.
Саҡмағош районы Яңы Балтас ауыл биләмәһе башлығы Раушания Усманова билдәләүенсә, дәүләт программалары халыҡтың берҙәмлеге һәм уңғанлығы менән берләшкәндә генә ысын һөҙөмтә бирә.
Бөгөн 9 тораҡ пунктты берләштергән биләмәлә ҙур эштәр башҡарыла, ти ул. Мәҫәлән, уҙған йыл Яңы Балтастың Ленин урамында асфальт һалынған. «Ауылды комплекслы үҫтереү» программаһы ярҙамында Үрге Ҡаръяуҙы һәм Ленин ауылдарында ғаилә ял парктары төҙөлгән. «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү» программаһы ярҙамында иһә янғын һүндереү машинаһының һыу багы алмаштырылған. Бынан тыш Үрге Ҡаръяуҙы һәм Ленин ауылдарында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә стелалар асылған. Ауылдарҙа урамдарҙы яҡтыртыу селтәрҙәре яңыртыла.
Изге эштәрҙә лә һынатмай балтастар. Яңы Балтаста М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы филиалы эшләп килә.Бында маскировка селтәрҙәре үрәләр, көнкүреш әйберҙәре һәм дарыуҙар йыйып ебәрәләр. Был изге эштә бер ауыл да ситтә ҡалмай.
Биләмәләге ике социаль хеҙмәткәр оло йәштәгеләргә, инвалидтарға һәм ярҙамға мохтаждарға көндәлек тормошта ҙур терәк. Улар үҙ бурысын намыҫ менән башҡара: аҙыҡ-түлек, дарыуҙар ташый, йорт эштәрендә булыша, квитанциялар түләй.
Ауыл хакимиәтенең төп бурысы — халыҡтың йәшәйешен ҡайғыртыу, ауылдарҙы төҙөк һәм таҙа тотоу. Дәүләт ярҙамын тойоп, берҙәм һәм татыу булып эшләгәндә генә ауылдарыбыҙ тағы ла матурыраҡ һәм йәшәү өсөн уңайлыраҡ буласаҡ.