Өфөлә Еңеү парады: 81 йыллыҡҡа 2 мең кеше ҡатнашты
Хөрмәтле ҡунаҡтар рәтендә трибуналарҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл уңғандары, һуғыш балалары һәм махсус хәрби операция яугирҙары урын алды.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йыйылыусыларҙы һәм бөтә республика халҡын байрам менән ҡотланы:
«9 Май – илебеҙ тарихына мәңгелеккә яҙылған изге дата. Атай-олатайҙарыбыҙ үҙҙәренең батырлығы менән кешелекте ҡотҡарҙы», – тине төбәк етәксеһе һәм һәләк булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алырға саҡырҙы. Радий Хәбиров шулай уҡ бөгөн алғы һыҙыҡта нацизмға ҡаршы көрәшкән яҡташтарыбыҙ менән ғорурланыуын белдерҙе.
🇷🇺 Быйылғы парадта 2 меңгә яҡын кеше ҡатнашты. Октябрь проспекты буйлап хәрбиҙәр, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, «Башҡортостан» полкы һәм С. Юлаев батальонының МХО ветерандары, кадеттар һәм юнармеецтар теҙелеп үтте.
Парад аҙағында Башҡортостан Башлығы ветерандар һәм МХО яугирҙары менән уларға ныҡлы һаулыҡ теләне.
Еңеү көнө ҡотло булһын!