Учалыла Еңеү көнөнә үҙенсәлекле атлы парад уҙҙы
Учалы районы башҡорттары ҡоролтайы йыл һайын 9 Май алдынан яҡташтары өсөн ошондай гүзәл сара ойоштора. Быйылғы парад Уральск ауыл советы биләмәһе менән берлектә Яңы Байрамғол ауылында һәм Уральск ҡасабаһында гөрләп үтте. Урындағы ҡоролтай рәйесе Мозафар Ҡадиров һөйләүенсә, учалылар был башланғысҡа бик ҙур теләк менән ҡушыла:
💬 «Быйыл атлы парадта 10 йәштән 65 йәшкә тиклемге ҡырҡтан ашыу ир-егет ҡатнашты. Парадты Яңы Байрамғолда байрам митингыһынан башлап ебәрҙек. Ауыл буйлап үткәндән һуң, ике ҡитғаны – Европа менән Азияны тоташтырған күпер аша сығып, һыбай Уральск ҡасабаһына юлландыҡ».
Уральск халҡы ла һыбайлыларҙы байрам митингында ҙурлап ҡаршы алған. Тантаналы колонна ауыл урамдарын урап сыҡҡандан һуң, парадта ҡатнашыусыларҙы Уральск мәсетендә тәмле ҡорбан ашы менән һыйлағандар.
Афарин, учалылар!