Башҡортостанда йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү өсөн онлайн-тауыш биреү дауам итә
«Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә 2027 йылда яңыртыласаҡ урындарҙы һайлау дауам итә.
Иң әүҙем ҡатнашыусылар иҫәбендә — Дүртөйлө, Яңауыл, Салауат, Әбйәлил һәм Балтас райондары. Ниндәй урындарҙы тәртипкә килтерергә кәрәклеген тап халыҡ үҙе хәл итә.
Тауыш биреү 12 июнгә тиклем zagorodsreda.gosuslugi.ru платформаһында бара. Быйыл республика муниципалитеттары 246 йәмәғәт биләмәһен тәҡдим итте, уларҙың 48-ен ябай халыҡ күрһәткән. Шулар араһынан киләһе йылда төҙөкләндереү өсөн 152 объект һайлап алынасаҡ. Урындарҙа ирекмәндәр ҙә эшләй, улар халыҡҡа тауыш биреүҙә теләп ярҙам итә.
Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова билдәләүенсә, иң күп тауыш йыйған объекттарҙа төҙөлөш-монтаж эштәре киләһе йылда уҡ башланасаҡ. Министр республика халҡын төҙөк, яңыртылған хәлдә күрергә теләгән майҙансыҡ өсөн тауыш бирергә саҡырҙы.
Ә быйылғы йылға килгәндә, республикала инде 152 проект (ҡалаларҙа – 65, ауылдарҙа 87) тормошҡа ашырыла. Подрядсы ойошмалар иҫке конструкцияларҙы һүтеп, төҙөлөш материалдарын килтерә лә башлаган. Үҙегеҙ йәшәгән төбәкте матурлауға үҙ өлөшөгөҙҙө индерергә ашығығыҙ!
💻 Һайлау өсөн һылтанма: zagorodsreda.gosuslugi.ru