Өфөлә тәүге тапҡыр «Стармикс» футбол-концерт тамашаһы үтә.
Спорт, музыка һәм билдәле йондоҙҙар — барыһы ла бер майҙанда. Был сара ғаилә һәм дуҫтар менән ял итеү өсөн шәп мөмкинлек, ти ойоштороусылар.
Программала Мәскәүҙең «Стармикс» һәм Өфөнөң «Урал Батыр» медиа-командалары футбол шоу-матчы, Башҡортостандың халыҡ артисы Заһир Зәйнетдинов, «Стармикс» командаһы сығышы, йондоҙҙар менән фото- һәм автограф-сессиялар, шулай уҡ тамашасылар өсөн «Йондоҙға гол индер» уйыны.
Беҙҙең командала Zainetdin, «Салауат Юлаев» уйынсылары, Семён Елистратов, Айнүр Бирғәлин, Илнар Ишембаев, Руслан Ягуар уйнай.️ Ҡунаҡтар командаһы составында Бабек Мамедрзаев, Торнике Квитатиани, Гарик Богомазов, TIGO, Nеchaev, Руслан Пименов, Максим Коновалов («Бумер» фильмы йондоҙо) бар.