Май айындағы өс мөһим транспорт ваҡиғаһы
1 майҙа Өфөнән Белоретҡа тиклем ике системалы "Финист" электропоездары йөрөй башланы. Әгәр элек ток алмашынған Инйәр станцияһында локомотивты алмаштырырға тура килһә, хәҙер бының кәрәге юҡ. Һөҙөмтәлә юлға 6 сәғәт урынына 5 сәғәт тирәһе ваҡыт китә, киләсәктә 4 сәғәткә тиклем ҡыҫҡартыу ҡарала. Ике аҙна эсендә поезд менән 6,5 мең юлаусы файҙаланған.
8 майҙа Һамарҙан Өфөгә тәүге “Ласточка” килде. Был заманса ҡала яны поездары хеҙмәтләндергән өсөнсө төбәк-ара маршрут. Уның да Ырымбур һәм Силәбегә йөрөгән электричкалар кеүек үк ҙур һорау менән файҙаланыла. Юлға киткән ваҡыт 2 сәғәткә ҡыҫҡарҙы. Бынан тыш алыҫҡа йөрөүсе поездарҙан айырмалы рәүештә, айырым категория юлаусылар өсөн төбәк һәм федераль ташламалар ғәмәлдә.
7 майҙа Башҡортостандан Абхазияға тура осоштар башланды. Шаршамбы көндәрендә самолет – Сухумдан, кесаҙна Өфөнән оса. Юлға 3 сәғәт 25 минут ваҡыт китә. Элек унда Сочиҙа күсеп ултырып ҡына барып етеп була ине.
“Беҙҙең халыҡ сәйәхәт итергә теләй, һәм беҙ уларға ошо мөмкинлекте тәьмин итергә тейешбеҙ. Был йүнәлештә эште киләсәктә лә дауам итербеҙ. Сиратта – Минскиға өҫтәмә авиарейс, белорус яғы менән килешеүҙәр бар инде”, - тип яҙа социаль селтәрҙә Радий Хәбиров.