Илсөйәр Ғәзетдиноваға Салауат Юлаев ордены тапшырылды
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Илсөйәр Ғәзетдинова Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.
Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Илсөйәр Ибраһим ҡыҙының юбилей кисәһе үтте.
Был мәртәбәле награда Илсөйәр Ғәзетдинованың башҡорт театр сәнғәтенә, милли мәҙәниәтебеҙгә индергән ғәйәт ҙур өлөшөнөң, күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәтенең юғары баһаһы. Уның һәр образы ҡабатланмаҫ сәнғәт ҡомартҡыһы, ә ижад юлы үҫеп килеүсе быуын өсөн өлгө.
Юбилярҙы "Юлдаш" радиоһы коллективы һәм тыңлаусылары исеменән "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы директоры урынбаҫары Тәнзилә Үлмәҫбаева тәбрикләне.
Илсөйәр Ғәзетдинова - радиобыҙҙың тоғро дуҫы, уның тауышы менән радионың алтын фонды өсөн бик күп әҙәби әҫәрҙәр яҙҙырылған.
Бөгөнгө байрам кисендә тамашасыларға "Еҙнәкәй" спектакле сәхнәләштерелде. Ә тамаша башланыр алдынан фойела юбилярға арналған күргәҙмә эшләне.
Илсөйәр Ибраһим ҡыҙына иҫәнлек-һаулыҡ, илһамлы ижад, башҡорт сәхнәһенең йәме булып, тамашасыларҙы ҡыуандырып йәшәүен теләйек.
Видеояҙмала: юбилей бенефисынан күренеш.