Урман янғындары: хәл киҫкен, штрафтар артҡан
Башҡортостанда урман янғындары буйынса хәл киҫкен тора
Учалы урман хужалығы биләмәһендә урман янғыны дауам итә. 8,9 гектар майҙанды тәшкил иткән ут локалләштерелгән. 14 кеше һәм 5 берәмек махсус техника янғын һүндереүҙә ҡатнаша.
2026 йылдың 8 апреленән 18 майға тиклем республиканың урман фондында
7 урман янғыны теркәлгән. Уттан зыян күргән дөйөм майҙан 64,5 гектар тәшкил итә. Күбеһенсә, янғындар халыҡтың ут менән һаҡһыҙ эш итеүе арҡаһында килеп сыға.
Бөгөн дә республикала өсөнсө-дүртенсе класс янғын хәүефе һаҡлана.
Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: урман янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәү административ яуаплылыҡҡа килтерә. Штрафтар граждандар өсөн 60 мең һум, вазифалы кешеләр өсөн — 110 мең, юридик шәхестәр өсөн — 2 миллион һумға тиклем тәшкил итә.
Урманда йә урман ситендә төтөн, ут күрһәгеҙ, шунда уҡ Башҡортостан Урман хужалығының төбәк диспетчер хеҙмәтенә хәбәр итеү һорала.
📲 8 (347) 218-14-14