Вәғәҙә үтәлде Быйыл ғинуарҙа Радий Хәбиров Өфө хосписында Асель менән танышҡайны. Уның янына Нефтекамаға ҡунаҡҡа килерг
Быйыл ғинуарҙа Радий Хәбиров Өфө хосписында Асель менән танышҡайны. Уның янына Нефтекамаға ҡунаҡҡа килергә вәғәҙә иткәйне.
Бөгөн эш сәфәре барышында республика Башлығы ваҡыт табып, Асель менән осрашты.
Асель Сәйетова — 17-се «Взлетай» мәктәбе уҡыусыһы, алсаҡ, ихлас һәм изге күңелле бала.
Республика Башлығы бөгөн ҡаланың Ленин исемендәге урам һәм майҙанды төҙөкләндереү менән танышты. 2024 йылда "Нефтекама - ваҡыт күсәре" тигән проект уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе булды. 100 миллион һумдан ашыу федераль грант бүленде, республиканан 75 миллион һум йүнәлтелде. 2019 йылдан алып "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль проект буйынса Нефтекамала 38 объект төҙөкләндерелгән. Бының өсөн 746 миллион һум тотонолған.