Зөлфиә Ҡудашева юбилей кисәһе: халыҡ артисына бүләк тапшырылды
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың халыҡ артисы Зөлфиә Ҡудашеваның юбилей кисәһе үтте.
Зөлфиә Иҙрис ҡыҙы үҙенең белеме һәм тәжрибәһе менән уртаҡлашҡан уҡыусыларын, ижадташ дуҫтарын һәм коллегаларын сәхнәгә сығара.
"Мин ҡабаттан үҙемдең һөнәри юлым башланған сәхнәлә торам. Иң мөһиме — янымда минең яратҡан тамашасым!» — тип ихлас рәхмәтен белдерҙе ул.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы Эльвира Айытҡолова юбилярға юғары бүләк — «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалын тапшырҙы.
Зөлфиә Ҡудашева филармония сәхнәһендә 40 йылдан ашыу ижад итеп, яҡты эҙ ҡалдырған, хислелеге, сағыу темпераменты, репертуар байлығы һәм төрлөлөгө менән айырылып торған данлы бейеүсе. Ул башҡарған «Батмус менән бейеү» «Йәшлек вальсы» «Ҡабырсаҡ» «Шаян килен», «Игеҙәктәр», «Сабата бейеүе», «Һыбай ҡыҙ», «Ҡара-ҡаршы», «Аҡ болан», «Сәскәләр менән бейеү», «Башҡортостан – суверенлы ил» һ.б. бейеүҙәр башҡорт хореографияһының алтын фондында һаҡланған сәхнә ынйылары. Ижадсы донъя халыҡтары сәнғәтенә ҡыйыу мөрәжәғәт итеп, ғәрәп, корея, коряк, ҡалмыҡ, ҡытай, татар бейеүҙәрендә тик үҙенә генә хас сәхнә образдары тыуҙырҙы. Уның төрлө сюжеттарға ҡоролған һәр сығышы бәләкәй генә тамаша итеп ҡабул ителә.