🚨 Иғтибар!
Билдәһеҙ кешеләр Махсус хәрби операция яуғирҙәренең ғаилә ағзаларына шылтырата. Башҡортостан Хөкүмәте йәки Республика Башлығы Хакимиәте хеҙмәткәрҙәре итеп үҙҙәрен таныта. Артабан «Башҡортостан геройы» орденын тапшырыу тантанаһына саҡыралар. Әммә аралашыу барышында яуғирҙың өй адресы, йәки әлеге хеҙмәт урыны һораша башлайҙар.
❗️Был — ЦИПСО тоҙағы!
Ни өсөн был алдау:
1. «Башҡортостан геройы» тигән орден юҡ;
2. Мутлашыусылар яугирҙең йорт адресан йәки хеҙмәт урынын белергә тырыша.
Ни эшләргә:
1. Бер ниндәй ҙә шәхси мәғлүмәттәрҙе әйтмәгеҙ;
2. Һөйләшеүҙе тиҙ арала туҡтатығыҙ;
3. Полицияға ошо турала хәбәр итегеҙ;
Мәғлүмәтте ошо ойошмаларҙа тикшерергә мөмкин:
1. Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы;
2. «Ватанды Һаҡлаусылар» фонды координаторҙары;
3. Һеҙҙең район хакимиәте.
Иғтибарлы булығыҙ! Алданмағыҙ! ⚠️