Өфөлә Владимир Жириновский урамы рәсми асылды.
Яңы урамға исем биргәндә халыҡ фекере иҫәпкә алынды. Онлайн фекер белешеүҙә ҡатнашыусыларҙың 59 проценты тәҡдимде хупланы. Был урам Ветошников ауылы янында Ленин һәм Дим райондары араһында урынлашҡан. Оҙонлоғо 800 метр.