Өфөлә МХО ветерандары ҡатнашлығында көс спорты турниры һәм Рәсәй рекорды
Баш ҡалабыҙ май аҙағында Рәсәйҙең көс спорты төрҙәре буйынса төп майҙансыҡҡа әүерелә. «Көслө кешеләр» («Сильные люди») проекты С.Т. Аксаков исемендәге баҡсала ҙур ярыштар ойоштора. Унда яугирҙар һәм үҙешмәкәр спортсылар бер майҙанда осраша.
Ул геройҙарыбыҙҙың һынмаҫ ихтыяр көсөн күрһәтеү һәм спорт аша тыныс тормошҡа ҡайтыу өлгөһө.
23 май — «Уральская сечь. Гром секира» армрестлинг буйынса төбәк-ара турнир. Төп ваҡиғаһы — МХО ветерандары һәм махсус тәғәйенләнештәге подразделение хеҙмәткәрҙәре араһында «Батырҙар бүрәнәһен күтәреү» дисциплинаһында Рәсәй рекорды ҡуйыла.
30 май — «Гром секира» көс спорты төрҙәре (пауэрлифтинг) буйынса Милли Кубок МХО ветерандары көслө пауэрлифтерҙар менән бер рәттән ярышып, шәхси рекордтар ҡуйыуға һәм рәсми спорт исемдәрен алыуға дәғүә итә.
"Спорт – яраҡлашыу һәм тыныс тормош ритмына ҡайтыу өсөн иң яҡшы ҡорал. Турнир ысын батырлыҡ байрамы була" – ти «Көслө кешеләр» проекты етәксеһе Алһыу Үтәгәнова.Үткәреү урыны: Өфө ҡалаһы, С.Т. Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһы сәхнәһе (Пушкин урамы, 112/1). Инеү бушлай.