Май миндеге - иң шифалыһы: файҙалы белешмә
Әҙерләй башланығыҙмы, төркөмдәштәр?
♻ Ҡайһы миндек нимәгә файҙалы?
Халыҡта миндекте иҫкесә июнь урталарына тиклем әҙерләп ҡалырға тырышалар. Мунса ингәндә ниндәй ағастың япрағын һайларға һуң? Бына һеҙгә файҙалы белешмә:
📍Ҡайын миндеге – быуындар һыҙлағанда, арып-талып ҡайтҡанда беренсе ярҙамсы. Тирене таҙарта, тынысландыра. Ә бешергән һыуы менән сәс сайҡатһаң, ул нығына һәм ҡауаҡ бөтә.
📍 Имән миндеге – майлы тире өсөн шәп дауа. Сабыртмаларҙы бөтөрә, аяҡ тирләүен кәметә һәм тәнгә көс-ҡеүәт бирә.
📍 Йүкә миндеге – баш ауыртыуын баҫа, яҡшы тирләтә. Ҡышын һалҡын тейгәндә тән рәхәтләнеп йылына, ҡаҡырыҡ сыға.
📍 Кесерткән миндеге – бил һәм тән һыҙлағанда ҡулланыла (уны ҡайнар һыуҙа саҡ ҡына бешекләп алырға кәрәк).
🌸 Хуш еҫ һәм шифа өҫтәү өсөн: Миндек бәйләгәндә уға мәтрүшкә, ҡарағат йәки муйыл япраҡтарын ҡушып ебәрегеҙ. Мунсағыҙ йәйге болондарҙы хәтерләтер!
Һаҡлау сере: Миндектең файҙаһы бөтмәһен өсөн, уны ҡояш төшмәгән, еләҫ, һауа йөрөп торған урында киптерергә һәм һаҡларға кәрәк.