📚Шишмә районында «Ватан көсө» форумы үтте.
Сара «Атайсал» проекты барышында ойошторолдо, Башҡортостандың 12 район һәм ҡала вәкилдәрен берләштерҙе.
✅Форумда төрлө йүнәлештә майҙансыҡтар эшләне. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә арналған кәңәшмә булды. Унда ветерандар, яугирҙәрҙең яҡындары, социаль координаторҙар ҡатнашты. Эшлекле йыйында ярҙам саралары, реабилитация һәм яугирҙарҙың тыныс тормошҡа ҡайтыуы тураһында һөйләштеләр.
✅«Еңеү технологиялары» секцияһында ирекмәндәр фронтҡа ярҙам итеү тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Улар маскировка селтәрҙәре үреү, гуманитар ярҙам әҙерләү һәм махсус ҡорамалдар йыйыу буйынса эштәр хаҡында һөйләне.
✅Йәштәр өсөн «Үҙебеҙҙекеләрҙе бел!» майҙансығы ойошторолдо. Ҡатнашыусылар Башҡортостандың тарихы, күренекле шәхестәре, милли мәҙәниәте тураһында белемен арттырҙы, заманса медиа аша милли үҙаңды һаҡлау хаҡында фекер алышты.
✅ЮНЕСКО, «Белем» йәмғиәте һәм «Торатау» геопаркы вәкилдәре ҡатнашҡан мәғрифәтселек секцияһында белем биреү, мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм йәштәрҙе тәрбиәләү мәсьәләләре күтәрелде.
✅ «Атайсал» һәм «Айыҡ ауыл» проекттары буйынса майҙансыҡта ҡатнашыусылар конкурс тәжрибәһе менән бүлеште. Белгестәр муниципалитеттарға үҙ проекттарын дөрөҫ итеп күрһәтеү һәм гранттар йәлеп итеү юлдарын аңлатты.
✅ «Атайсал – хәүефһеҙлек биләмәһе» секцияһында балалар хәүефһеҙлеге, тәрбиә һәм мәғариф өлкәһендәге мөһим мәсьәләләр ҡаралды.
✅ Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында «Тамырҙарыңды нисек табырға?» тигән оҫталыҡ дәресе үтте. Унда шәжәрә төҙөү, ғаилә тарихын өйрәнеү һәм архив документтары менән эшләү буйынса кәңәштәр яңғыраны.
✅ «Тура-хан» визит-үҙәгендә милли ойошмалар һәм яҡташлыҡ берләшмәләре вәкилдәре ғаилә ҡиммәттәре, милли йолалар һәм республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәни мираҫын һаҡлау тураһында һөйләште.