Башҡортостанда һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, урыны менән ямғыр, ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ яуыуы, күк күкрәүе көтөлә.
Ел көньяҡтан талғын, көсәйеүсән.
Һауа температураһы республикала +18,+23 градус йылы. Төньяҡ-көнсығыш райондарҙа +28 градус эҫе.
Өфөлә +19,+24 градус йылы.