📚Башҡортостанда “Китап-Байрамы” халыҡ-ара китап йәрминкәһе башлана.
Саралар Башҡортостандың бөтә райондарында үтә. Бөгөн Өфөнөң Совет майҙанында йәрминкәнең рәсми асылыу тантанаһы була. Шулай уҡ мода күрһәтеүе, “Рәсәй халыҡтары бейеүҙәре” концерты һәм “Өс таған” фильмын ҡарау планлаштырылған.
🖇️Тулы программа менән “Башҡортостандың мәҙәни донъяһы” порталында танышырға мөмкин.