Пост канала «"ЮЛДАШ" радиоhы 105.5 Fм» от 28.05.2026
“Өфөнән ебәрелгән мотоциклдар алғы һыҙыҡҡа килеп етте. Техника хәрби заданиеларҙы үтәгәндә ярҙам итә”, - тигән “Сова” ҡушаматлы һалдат.
🏍️Белоруссияла сығарылған ике тәгәрмәсле транспорт уҙған айҙа фронтҡа оҙатылған. Уны баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәте башлығы Антон Тарасов тапшырған. Өфөнөң Дим районы эшҡыуарҙары ла Махсус хәрби операция биләмәһенә мотоциклдар оҙатҡан.