🧹 Шәмбе өмәләре гөрләй.
Әлеге ваҡытта барлыҡ ерҙә лә тирә-яҡты таҙартыу, төҙөкләндереү һәм матурлау эштәре әүҙем дауам итә. Был күркәм эштән беҙ ҙә ситтә ҡалманыҡ. Берҙәм коллективыбыҙ менән йыйылып, эш урыныбыҙҙа өмә үткәрҙек. Ең һыҙғанып эшкә тотондоҡ: коридорҙарыбыҙҙы матур итеп буяп, яңыртып, бинаға йәм өҫтәп, уны тулыһынса тәртипкә килтерҙек. 🎨✨
Күмәк эш ыңғай һөҙөмтә генә биреп ҡалманы, күтәренке кәйеф тә бүләк итте. Бергәләп, көлөшөп-шаяртышып эшләү бик күңелле булды, ваҡыттың нисек үткәнен дә һиҙмәй ҡалдыҡ. Хәҙер инде яңырған, өр-яңы һәм тап-таҙа коридорҙарҙан үтеүе үҙе бер кинәнес.