Ирекмәндәр фронтҡа ярҙам итә: 100 мең әйбер ебәрелгән
"Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ һәм бәйләйбеҙ. Башҡортостан" ирекмәндәре Махсус хәрби операциялағы егеттәребеҙгә терәк булып тора. Яңыраҡ улар "Юлдаш" радиоһының ирекмән-журналистары менән осрашты.
Барыһы ла фронттағыларға ярҙам итеү кеүек дөйөм маҡсат менән берләшкән энтузиастар төркөмө 2022 йылдың 24 сентябренән эшләй.
"Беҙҙең ирекмәндәр хәрәкәте Өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәндән алып яугирҙар яҙмышына, илебеҙ киләсәгенә битараф булмаған ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең күңел йылыһын биреп, йылы кофта, футболка, нәски, ойоҡбаш һәм башҡа кейемдәр тегәләр һәм бәйләйҙәр. Шулай уҡ беҙҙең ирекмәндәр снарядтар өсөн рюкзак, носилка тегәләр, маскировка селтәрҙәре үрә. Өйҙә генә башланған эшмәкәрлек хәрәкәте үҫеп, киңәйеп, бөгөнгө көндә йөҙләгән кешене берләштергән, баш ҡаланың төрлө районында - биш, Салауат ҡалаһында бер оҫтаханаһы булған ҙур проектҡа әйләнде.
Әлеге мәлдә оҫтаханалар Өфөнөң Дан бульварында, Ҡала советы районында, Әй һәм Ферин урамдарында әүҙем эшләй. Эшмәкәрлек башланғандан алып ирекмәндәр тарафынан яугирҙарға 100 меңдән ашыу әйбер ебәрелгән. Һәр бер етештерелгән, фронтҡа ебәрелгән әйберҙең мотлаҡ теркәлеп барыуы эшебеҙҙе тәртиптә тоторға ярҙам итә.
"Беҙ бәйләп һәм тегеп ебәргән кейемдәр, етештергән башҡа кәрәк-яраҡ яугирҙарыбыҙға әҙ генә булһа ла еңеллек килтерһә, дошман утынан һаҡлап ҡалыуҙа ярҙам итһә, һыуыҡтарҙа йылытһа, тимәк, тырышыуыбыҙ юҡҡа түгел", - ти улар.
Егеттәргә ҡылған изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә меңләтә ҡайтһын! Беҙ бергә!