Илдар Абдразаҡов «Браво» премияһында ике тапҡыр еңеүсе
Мәскәүҙә Ҙур театрҙың тарихи сәхнәһендә халыҡ-ара профессиональ музыка премяһын тапшырыу тантанаһы үтте. Рәсәй һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов ике номинацияла еңеү яуланы. Яҡташыбыҙ “Браво” премияһына лайыҡ булған.
Илдар Әмир улы Севастополь опера һәм балет театры, шулай уҡ Санкт-Петербургта Михайлов театрының художество етәксеһе.
“Алеко” операһы “Йыл операһы” номинацияһында еңде. Илдар Абдразаҡов унда төп партияны башҡарҙы, шулай уҡ режиссер-ҡуйыусы булараҡ сығыш яһаны. Премьера былтыр “Херсонес” халыҡ-ара опера һәм балет фестивалендә тәҡдим ителде. Икенсе бүләк “Иң яҡшы классик ир-егет вокалы” номинацияһында бирелде. Бындай награда артистҡа икенсе тапҡыр тапшырыла.
“Браво” музыка премияһы төрлө илдәрҙең опера, балет һәм академик музыка артистарын берләштерә.