Рәсәй һәм Ҡырғыҙстан мәғрифәтселәре Өфөлә осрашты
Өфөлә Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов, Ҡырғыҙ Республикаһының мәғариф министры Догдуркул Кендирбаева һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ике илдең мәғариф системаһы хеҙмәткәрҙәре менән осрашты.
Сара Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты майҙансығында үтте. Башҡортостанға өс көнлөк сәфәр сиктәрендә сит ил педагогтары һәм эксперттары беҙҙең республиканың мәғариф системаһын ентекле өйрәнде, юғары уҡыу йорттарында һәм Евразия фәнни-белем биреү үҙәгендә булды.
Осрашыу барышында етәкселәр хеҙмәттәшлектең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды:
💬 Сергей Кравцов: «Педагогик кадрҙар әҙерләү, дәреслектәр төҙөү, эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу йәһәтенән ыңғай динамиканы һаҡлап ҡалыу бик мөһим. Бөгөн Башҡортостандың алдынғы мәғариф системаһы менән таныша алыуыбыҙ ҡыуаныслы».
💬 Доғдурҡол Кендербаева: «Төбәктең мәғариф өлкәһендәге үҫеш кимәле менән һоҡланабыҙ. Иң мөһиме – үҫеп килеүсе быуынды лайыҡлы тәрбиәләү. Беҙ бындай хеҙмәттәшлекте дауам итергә әҙербеҙ».
💬 Радий Хәбиров: «Беҙҙе Ҡырғыҙстан менән бик күп нәмә бәйләй. Хәҙерге донъяла үҙгәрештәрҙең локомотивы булып педагогтар сығыш яһарға тейеш. Улар йәмғиәттә әхлаҡи мөхит булдыра».
Практикумда ҡатнашыусылар Башҡортостандың инновацион ҡарарҙарын һәм мәғариф мөхитен юғары баһаланы.