Рәсәй-Ҡырғыҙстан хеҙмәттәшлеге: яңы килешеүҙәр һәм мәктәптәр
Өфөлә үткән Рәсәй һәм Ҡырғыҙстан мәғрифәтселәре практикумы барышында мөһим килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды.
✅ Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты Ҡабарҙы-Балҡарҙың «Ҡояшлы ҡала» балалар ижады академияһы, Бишкек дәүләт университеты һәм Ош дәүләт педагогия университеты менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөнө.
💬 Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов ҡырғыҙ мәктәптәре өсөн яңы рус теле дәреслектәренә сертификаттар тапшырҙы һәм киләсәккә пландар менән уртаҡлашты: «Ике дәүләт башлыҡтары ҡушыуы буйынса 9 Рәсәй-Ҡырғыҙ мәктәбен төҙөү барышын тикшерҙек. Тәүге уҡыу йорттары 2027 йылдың сентябрендә үҙ ишектәрен аса. Шулай уҡ Ҡырғыҙстандың тәбиғәт фәндәрен уҡытыу буйынса тәжрибәһе беҙҙең өсөн бик ҡыҙыҡлы», – тип билдәләне ул.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙ сиратында төбәктәге үҙгәрештәргә туҡталды:
💬 «Беҙҙең Аҡмулла университеты – Ҡырғыҙ Республикаһы мәктәптәрендә рус телен өйрәнеү өсөн берлектәге программалар әҙерләү майҙансығы. Әле Башҡортостанда колледждар, мәктәптәр, балалар баҡсалары әүҙем яңыртыла. Был йәһәттән федераль үҙәккә ярҙам һәм һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәтлебеҙ».
Бөгөнгө көндә Башҡортостан дәүләт педагогия университетында Ҡырғыҙ Республикаһының 200 гражданы уҡый. Бәйләнештәр артабан да нығый.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.