Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәнән төп хәбәрҙәр
🕯️Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев вафат. Радий Хәбиров мәрхүмдең яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты. «Ул лайыҡлы тормош юлы үтте. Һуңғы йылдарҙа ауыр сир менән көрәште. Үҙен ирҙәрсә, ысын офицер кеүек тотто», — тине республика етәксеһе. Ҡоролтай рәйесен бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар.
🚆 Һамар һәм Белоретҡа тиклем — яңы поездарҙа. «Финист» электропоезында Өфө — Белорет араһын тәүге көндәрҙә 2,5 мең пассажир үткән. Хәҙер был юлға элекке 6 сәғәт урынына 4 сәғәт талап ителә. Шулай уҡ 9 майҙан Өфө — Һамар маршруты буйынса яңы «Ласточка» поезы йөрөй башлай.
🌾 Башҡортостандың 43 районы сәсеүгә төштө. Әлеге көндә 214 мең гектар сәселгән (пландың 11%-ы). Алдынғылар иҫәбендә — Стәрлетамаҡ, Ауырғазы һәм Мәләүез райондары. Ужым культураларының торошо 99% — был һуңғы йылдарҙағы уртаса күрһәткестәрҙән юғарыраҡ.
🕊️ Еңеү парадында Өфөлә 2 меңгә яҡын кеше, шул иҫәптән «Башҡортостан» полкы яугирҙары ҡатнаша. Октябрь проспекты буйлап 16 берәмек техника үтәсәк. Радий Хәбиров хәүефһеҙлек һорауына етди ҡарарға һәм төп иғтибарҙы йәмәғәт именлеген тәьмин итеүгә йүнәлтергә ҡушты.
🏡 Йылытыу миҙгеле 32 муниципалитетта тамамланды. Республика Башлығы район етәкселәренә шәмбе өмәләрен тамамларға, төҙөкләндереү эштәрен әүҙемләштерергә ҡушты.
🏞️ Төбәк етәксеһенә «Торатау» геопаркын ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә индереү тураһында сертификат тапшырҙылар. Башҡортостан — элек Советтар Союзына ингән дәүләттәр араһында бындай статусҡа эйә ике геопаркы булған берҙән-бер республика.
👍Өфөнән Абхазияға тура рейс асыла. Сухумға беренсе самолет 7 майҙа оса. Рейстар һәр кесаҙна башҡарыласаҡ. Радий Хәбиров Абхазияла Башҡортостандың туристик офисын асырға тәҡдим итте.
📌 Радий Хәбиров Ратмир Мәүлиев менән булған хәлгә аңлатма бирҙе. Суд ҡарар сығарғанға тиклем, ул Өфө башлығы булып ҡала, тине республика етәксеһе, шулай уҡ ҡала үҫешенә индергән өлөшөн билдәләне. Әлеге ваҡытта ҡала советы мэр вазифаһын башҡарыуҙы Сергей Кожевниковҡа йөкмәтте.
🤝 Башҡортостандың МХО ветерандары ассоциацияһы «Ныҡлы ғаилә — көслө ил» девизы аҫтында быйыл 20-нән ашыу ҙур сара үткәрәсәк. Республика Башлығы район башлыҡтарына берҙәм ярҙам үҙәктәрендә кәңәшселәр өсөн эш урындары булдырырға ҡушты.
✅ Беҙҙе Дзен каналына ҡушылығыҙ