Берҙәмлектә - көс! Ирекмәндәр фронтҡа ярҙам итә
Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылынан Нажия Боровец — уңған хужабикә һәм биш бала әсәһе. Бөгөн ул иңенә тыл яугиры бурысын да алған. Тик автомат урынында уның ҡулында энә менән тегеү машинаһы.
Апрель айында Нажия Рәфҡәт ҡыҙы 11 дронға ҡаршы япмалар һәм бер махсус пончо теккән. Уның эштәре тепловизор аша һынау үткән. Яугирҙәр ҙә тауарҙың сифатын юғары баһалаған. Оҫтабикәне туҡымалар, йылытҡыстар һәм ептәр менән Ғаяз Ҡолоев етәкләгән «Мин яныңда» ирекмәндәр ойошмаһы тәьмин итә.
"Үҙебеҙҙекеләргә нисек ярҙам итергә тип оҙаҡ баш ваттым. Интернетта төрлө ысулдар эҙләнем. Башта үҙемдең иҫәптән тегә инем. Аҙаҡ «Мин яныңда» ирекмәндәр ойошмаһына ҡушылып киттем. Улар 2022 йылдан алып төрлө яҡлап яугирҙәргә ярҙам итәләр. Маскировка селтәрҙәре, йәшенеү кейемдәре, дрондарға ҡаршы пончо, юрғандар тегәбеҙ. Улар беҙҙең яугирҙәрҙе фашист күҙенән йәшерер,һаҡлар тип өмөтләнәм. Егеттәребеҙ иҫән-һау ҡайтыуын теләйем" ти ул.
📩Сығанаҡ: "Ейәнсура таңдары" гәзите
✅ Беҙҙең Дзен каналына ҡушылығыҙ