🌿Берҙәмлектә - көс! Ирекмәндәр фронтҡа ярҙам итә.
Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылынан Нажия Боровец — уңған хужабикә һәм биш бала әсәһе. Бөгөн ул иңенә тыл яугиры бурысын да алған. …
Читать далее →
📜 Хәтеребеҙҙән юйһаҡ, хәтерҙәре ҡалыр...
«Почет Билдәһе» орденлы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында фәнгә тос өлөш индергән ғалимдарыбыҙҙың хеҙмәтенә һәм исеменә иғтибар бик ҙур.…
Читать далее →
«Ҡарға бутҡаһы» - яҙ һәм мул уңыш теләү байрамы
«Экологик именлек» милли проекты барышында Ғафури районы Имәндәш ауылын
«Ҡарға бутҡаһы» - яҙ һәм мул уңыш теләү байрамы
«Экологик именлек» милли проекты барышында Ғафури районы Имәндәш ауылында "Ҡарға бутҡаһы" байрамы үтте. Сарала райондың ижади коллективтары һәм ауыл халҡы ихлас ҡатнашты.
Байрам сағыу сығыштар, йолалар менән үрелеп барҙы. Ҡатнашыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре,
халыҡ кәсептәре күргәҙмәһе ойошторолдо.
Сара һуңында ҡоштар һыйлау йолаһы үткәрелде. Һәр бер кеше тәмле бутҡанан ауыҙ итеп, изге теләктәрен еткерҙе.
“Балаларҙы халҡыбыҙҙың милли байрамдары һәм йолалары менән таныштырыу төп маҡсаттарыбыҙҙың береһе. Һәр кемдең матур теләге ҡабул булһын, сәскән игендәр мул уңыш бирһен, донъялар имен булһын”, ти байрамды ойоштороусылар.
⚠️ Иғтибар! Өфөнөң Совет урамында хәрәкәт сикләнә.
🚫 6 майҙа 8:30- 13:00 сәғәттәрҙә Совет урамында Туҡаев урамынан Пушкин урамына тиклем хәрәкәт сикләнәсәк.
🕯 Өфөлә Башҡортостан…
Читать далее →
🌠 Йондоҙҙар "ямғыры» ҡасан була?
5 майҙан 10 майға тиклем "йондоҙ ямғыры" яуасаҡ. Уны белгестәр "Май Акваридалары" метеор ағымы булараҡ аңлата.
💫Метеор хәрәкәтенең иң әүҙем мәле…
Читать далее →