Радий Хәбиров «Башҡортостан» полкы яугирҙарына рәхмәт белдерҙе
Бөгөн Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла батырлыҡ күрһәткән "Башҡортостан" полкы яугирҙарына ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Кәңәшмәлә полк командиры урынбаҫарҙары Александр Мельченко һәм Мәжит Байдәүләтов, шулай уҡ башлыҡ кәңәшсеһе Алик Камалетдинов ҡатнашты.
Радий Фәрит улы билдәләүенсә: "Полк ойошторолғандан алып, алғы һыҙыҡта алыша. Һалдаттар хәрби бурыстарҙы лайыҡлы үтәй. Бөтә яҡташтарыбыҙға рәхмәт һүҙҙәрен еткерегеҙ, хөрмәтебеҙҙе белдерегеҙ. Барығыҙҙы ла Еңеү менән көтәбеҙ!"
Шуныһы ҡыуаныслы: Александр Мельченко "Юлдаш" радиоһында ла булып, республика халҡына полк тормошо тураһында һөйләне. Яҡташтарыбыҙҙың рух көсө һәм фиҙаҡәрлеге менән сикһеҙ ғорурланабыҙ!