Фларид Биргалин тыуған ҡалаһында йырланы
Еңеү көнө алдынан Сибай концерт-театр берекмәһе сәхнәһендә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фларид Биргалиндың концерты үтте.
Йырсы 2022 йылдың көҙөнән махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итә.
"Беҙҙең коллега хәрби хеҙмәттә лә ижад юлын өҙмәй. Мобилизация буйынса ул Ленинград хәрби округының I фронт ижад бригадаһында хеҙмәт итә, яугирҙар рухын күтәрә. Уның батырлығы, ҡаһарманлығы хәрби наградалар менән билдәләнгән. Фларид Биргалин соло концерты менән тағы бер ҡат иҫбатланы: ысын яугир-артист һәр ваҡыт үз халҡы менән – окопта ла, тыуған сәхнәлә лә», – тип хәбәр итте Сибай концерт-театр берекмәһенең матбуғат хеҙмәте.
Программала халыҡ яратҡан йырҙар («Алға бар», «Күп көс кәрәк», «Йәш егеттәр дәррәү күтәрелде», «Башҡорт батырҙары», «Көтсө иркәм», «Ҡурай», «Сейә тәме», «Үтә бит ул») һәм премьера – «Осрашыу» башҡарылды. «Уйыл» башҡорт халыҡ йыры онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.