Константин Толкачевты һуңғы юлға оҙаттылар
"Константин Борис улы халыҡтың тормошон яҡшыртыу өсөн эшләне. Башҡортостандың үҫешенә ҙур иғтибар бүлде”, - ти Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.
"Константин Толкачевтың арабыҙҙан китеүе республика дәүләт системаһы өсөн ауыр юғалтыу. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе вазифаһында уның башланғысында бик күп закондар ҡабул ителде", тине Рафаэль Байдәүләтов.
Рафаэль Ибраһим улы 1999-2008 йылдарҙа Республика Хөкүмәте Премьер-министры була.
“Константин Толкачев ил кимәлендә абруйлы шәхес ине. Шулай уҡ, күп хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәренең уҡытыусыһы булды”, - тине Полиция генерал-майоры, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министры урынбаҫары Артур Сәйфуллин.
Бөгөн Өфөлә Константин Толкачевты һуңғы юлға оҙаттылар. Ул Көньяҡ зыяратта ерләнде.