Малаяҙҙа үҙәк майҙанды төҙөкләндереү проекты тәҡдим ителде
✅ Салауат районының Малаяҙ ауылында район Мәҙәниәт йорто алдындағы майҙан тиҙҙән тағы ла мутарырарҡө буласаҡ. «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» программаһы сиктәрендә халыҡҡа яңы төҙөкләндереү проекты тәҡдим ителде.
🌿 Проект «Ер хәтере һәм ваҡыт биҙәге» тип атала. Уның менән Башҡортостандың Ҡалалар һәм ауылдар үҫеше институты вәкиле Эльмира Низамова һәм «Городские Зодчие» проект оҫтаханаһының төп архитекторы Татьяна Широкова таныштырҙы.
Проектҡа ярашлы, майҙан күп функциялы биләмәгә әүерелә. Бында ҙур сәхнә һәм милли колоритлы тирмә, ял итеү һәм саф һауала йөрөү өсөн махсус зоналар, сәңгелдәктәр һәм заманса беседкалар, сауҙа, йәрминкәләр һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәреү өсөн майҙансыҡтар була.
💬«Беҙ халыҡ һәм ҡунаҡтар өсөн уңайлы, матур мөхит булдырырға ынтылабыҙ. Бәләкәй ҡалалар һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы мөхит булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсы арҡаһында ауылыбыҙҙы төҙөкләндереү буйынса ҡыйыу һәм кәрәкле идеяларҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде», — ти Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов.