Рәми Ғарипов миҙалы тапшырылды
Башҡортостан Яҙыусылар союзында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов исемендәге абруйлы миҙал тапшырыу тантанаһы үтте. Был әҙәби награда Башҡортостан Яҙыусылар союзы тарафынан булдырылған һәм республикабыҙ әҙәбиәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән яҙыусыларға, сәнғәт эшмәкәрҙәренә һәм ижади замандаштарға бирелә.
Наградаға Башҡортостандың халыҡ шағирҙары: Ҡәҙим Аралбаев, Хәсән Назар, Гөлфиә Юнысова, Тамара Ғәниева
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Михаил Чванов, билдәле шағирә Дилә Булгакова, кинорежиссер Булат Йосопов,
Өфө фән һәм технология университетының башҡорт филологияһы һәм шәрҡиәт факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты деканы Ләйлә Хөсәйенова, Салауат районы Арҡауыл ауылындағы Рәми Ғарипов музейы директоры Луиза Хәйретдинова лайыҡ булды.
Быға тиклем миҙал артист Артур Кәбировҡа тапшырылғайны.